ГлавнаяИсполнителиРамаҙан ЙәнбәковҺай тыуған ер, ғәзиз ер!
название:

Һай тыуған ер, ғәзиз ер!


автор:

Рамаҙан Йәнбәков


рейтинг: ★★★★★ / 4.6 / 589 просмотров
ҺАЙ ТЫУҒАН ЕР, ҒӘЗИЗ ЕР!

Радик Шамратов көйө
Абдулхаҡ Игебаев шиғыры

Һай, тыуған ер, ғәзиз ер,
Ата-бабам баҡҡан ер,
Тәүге һулыш алғас та
Бәхет таңым атҡан ер!

Һай, йәмле ер, аҫыл ер,
Йәшел хәтфә япҡан ер,
Ғәмһеҙ бала сағымдың
Буҙ толпары сапҡан ер,

Һай, сыуаҡ ер, йомарт ер,
Үҙ моңомдо тапҡан ер,
Һүнмәҫ мөхәббәтемдең
Йәйғорҙары ҡалҡҡан ер!

Һай, шанлы ер, данлы ер,
Тормош ҡотом артҡан ер,
Бөтә ғүмерем буйына
Күңелемде тартҡан ер!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һай тыуған ер, ғәзиз ер!" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен