ГлавнаяИсполнителиЭнже ВадутоваКарагай (Башкирия)
название:

Карагай (Башкирия)


автор:

Энже Вадутова


рейтинг: ★★★★★ / 5 / 978 просмотров
Ҡарағайҡай тигән бейек ағас 
Ышғыр елдәргә лә бирешмәй; 
Ирмен дә генә тигән ир егеткә 
Башты түбән эйеү килешмәй. 

Ыласынҡай тигән, ай, ғорур ҡош 
Ҡош ҡундырмай ағас башына; 
Ирмен дә тигән ир егеткә 
Һүҙ тейҙермәй ғәзиз башына. 

Шарлы урманға керһәң, һыҙғырып кер, 
Тыңламаған ҡоштар ҡалмаһын; 
Егет саҡтарыңда булдыҡлы бул 
Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Карагай (Башкирия)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен