ГлавнаяИсполнителиИльгиз Байрамгулов, ФанзильТыугандар
название:

Тыугандар


автор:

Ильгиз Байрамгулов, Фанзиль


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1056 просмотров
Ҙур йыйын тыуғандар күрешә 
ҡанатлы күңелдәр серләшә 
ил ҡото бик ныҡлы ғәиләлә 
табынды йыр урап әйләнә 

Быунға ялғанһын быундар 
сабыйҙар иҫән һау тыуһындар 
донъялар гел имен торһондар 
осрашып йәшәһен тыуғандар 

Китмәһен тыуғандар ҡәҙере 
ғүмерҙәр үткән көн ҡәҙере 
йәм бирә донъға ишлеләр 
бар шатлыҡ бүлешер кешеләр 
Быунға ялғанһын быундар 
сабыйҙар иҫән һау тыуһындар 
донъялар гел имен торһондар 
осрашып йәшәһен тыуғандар 

осрашһын тыуғандар ҡан тартһын 
сабыйҙар тауышынан ҡот артһын 
күңелдәр сорналһын моң көйгә 
бәхет кош туҡталһын һәр өйгә.

Быунға ялғанһын быундар 
сабыйҙар иҫән һау тыуһындар 
донъялар гел имен торһондар 
осрашып йәшәһен тыуғандар

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Тыугандар" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен