ГлавнаяИсполнителиСалима Юлдашбаева"Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр" Юлай Муратов
название:

"Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр" Юлай Муратов


автор:

Салима Юлдашбаева


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1241 просмотр
ТЫНЫС ЙОҠЛАЙ МИКӘН ҮЛГӘНДӘР?

Юлай Моратов көйө
Тимер Йосопов шиғыры

Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр,
Уларға бит елдәр ҡағылмай?
Баш осонда болот ағылмай, 
Ҡалҡҡан саҡта яҙғы үләндәр.

Тыныс ята микән үлгәндәр,
Ҡолаҡ һалмай һайрар ҡошона?
Ҡояш ҡунмай улар усына,
Шарлап аҡҡан саҡта үҙәндәр.

Ҡалҡҡан саҡта яҙғы үләндәр,
Урғыламы болот үрҙәргә?
Тыныс ята микән гүрҙәрҙә
Илем тиеп яуҙа үлгәндәр?

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня ""Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр" Юлай Муратов" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен