ГлавнаяИсполнителиАртур ТуктагуловБейеүсе кыҙға
название:

Бейеүсе кыҙға


автор:

Артур Туктагулов


рейтинг: ★★★★★ / 4.8 / 805 просмотров
Мәрйен теҙгән ҡашмауыңа тәңкәләрен кем таҡҡан?
Ниҙәр көйләй бейегәндә ҡарала көмөш алҡаң.
Эх беләһеңме уҙең ырыуыңды тамғаңды?
Кемдәр генә һиңә ҡарап йөрәккәйе ялғанды.

Туштәреңдә сулпыларың нур бөркә әйләнгәндә,
Өләсәйең көйөн көйләй көмөш тәңкә лә тәңкә.
Эх беләһеңме уҙең ырыуыңды тамғаңды?
Кемдәр генә һиңә ҡарап йөрәккәйе ялғанды.

Суҡманы ла туғыны ла бер үк күҙҙәр теймәһен,
Ҡыйғас ҡашың ҡыйпылсыҡлай был ҡыҙҙы кем һөймәһен?
Эх беләһеңме уҙең ырыуыңды тамғаңды?
кемдәр генә һиңә ҡарап йөрәккәйе ялғанды.

Һин сибәрһең һылыуҡайым сит илдең ҡыҙҙарынан,
Ҡайғырма һин бейегәндә ситегең туҙғанына.
Эх беләһеңме уҙең ырыуыңды тамғаңды?
Кемдәр генә һиңә ҡарап йөрәккәйе ялғанды.

Бейегәндә мәрйендәрең йым йым итеп йылтырай,
Сулпыларың тәңкәләрең таҡмаҡ әйтеп сылтырай.
Эх беләһеңме уҙең ырыуыңды тамғаңды?
Кемдәр генә һиңә ҡарап йөрәккәйе ялғанды.

Тәңкә һылыу урал ҡыҙы моң һирпелә көлгәндә
Ата баба йолаладрын алып килдеңме мәллә?
Эх беләһеңме уҙең ырыуыңды тамғаңды?
Кемдәр генә һиңә ҡарап йөрәккәйе ялғанды.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Бейеүсе кыҙға" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен