ГлавнаяИсполнителиҠурайҙа Айнур, йырлай ДинәТирәккәйем
название:

Тирәккәйем


автор:

Ҡурайҙа Айнур, йырлай Динә


рейтинг: ★★★★★ / 5.3 / 1336 просмотров
Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк,
Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем;
Зифа буйлы тирәк кеүек
Үҫкәнһең гүзәлкәйем.

Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк,
Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем;
Ағым һыуға ҡаршы йөҙмә,
Талыр бит беләккәйең.

Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк,
Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем;
Минең йөрәккәйем яна,
Янамы йөрәккәйең?

Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк,
Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем;
Тирәгеңдә ҡошатар һайрай
Һағындым бәғеркәйем.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Тирәккәйем" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен