ГлавнаяИсполнителиФлера ШариповаБыл төн ҡабатланмаҫ
название:

Был төн ҡабатланмаҫ


автор:

Флера Шарипова


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 694 просмотра
БЫЛ  ТӨН  ҠАБАТЛАНМАҪ
Л.Һаҡмар шиғыры     Ф.Шәрипова көйө
Был төн, беләм, башҡа ҡабатланмаҫ,
Бер кем һине миндәй ярата алмаҫ,
Исемеңде уйлап ҡанатланмаҫ –
Был төн, беләм, башҡа ҡабатланмаҫ.

Ҡушымта:
Уйҙар һәм мин – был төн ҡосағында,
Хәтирәләр – һөйөү усағында,
Килә ҡалһаң, һүнер төҫлө,
Хистәр тере  һөйөү булһа ғына!

Саҡрымдарҙы уйҙар аҙым итер,
Уйҙарымда йәшлек яҙым етер,
Хыялдарым яндарыңа китер– 
Саҡрымдарҙы уйҙар аҙым итер.

Ҡушымта:
Уйҙар һәм мин – был төн ҡосағында,
Хәтирәләр – һөйөү усағында,
Килә ҡалһаң, һүнер төҫлө,
Хистәр тере һөйөү булһа ғына!

Төштәреңдә мине күрһәң әгәр,
Сыҡма берүк яндарыма сәфәр,
Миңә етә төштәге саф мәлдәр–
Төштәремдә хыялдарым зәңгәр.

Ҡушымта:
Уйҙар һәм мин – был төн ҡосағында,
Хәтирәләр – һөйөү усағында,
Килә ҡалһаң, һүнер төҫлө,
Хистәр тере һөйөү булһа ғына!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Был төн ҡабатланмаҫ" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен