ГлавнаяИсполнителиБашҡорт халыҡ йырыҠысҡырмасы (Саҡырмасы), кәкүк минус
название:

Ҡысҡырмасы (Саҡырмасы), кәкүк минус


автор:

Башҡорт халыҡ йыры


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1383 просмотра
Башҡорт халыҡ йыры

Саҡырмасы (Ҡысҡырмасы), кәкүк, ай, ҡаршымда,
Саҡырсаңсы (Ҡысҡырһаңсы) ағас башында.
Ҡарсығаҡай кеүек моңһоҙ инем,
Ҡайғы-хәсрәт төштө башыма.
 
Саҡырмасы (Ҡысҡырмасы), кәкүк, ай, һаташып,
Хәсрәт арттырырға маташып.
Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым,
Яңғыҙ кәкүк кеүек тә аҙашып.
 
Саҡырмасы (Ҡысҡырмасы), кәкүк, ай, яҡында,
Кәкүк өсөн түгел тал-тирәк.
Яна ғына тиһәң, ялҡыны юҡ,
Ялҡынһыҙ уҡ яна был йөрәк.
 
Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, түбәмдә,
Ҡысҡырһаңсы кәкере ҡайында.
Егет кенә кеше сер белдермәҫ,
Ҡайғылары артҡан һайын да.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ҡысҡырмасы (Саҡырмасы), кәкүк минус" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен