ГлавнаяИсполнителиАйгөл Һағынбаева һәм Рәдиф ЗәриповПар алма
название:

Пар алма


автор:

Айгөл Һағынбаева һәм Рәдиф Зәрипов


рейтинг: ★★★★★ / 4.6 / 616 просмотров
Зөфәр Хәйретдинов көйө  Сания Әхмәтйәнова һүҙҙәре

Алдарыма килеп теҙләндең һин,
Ҡулдарыңа тотоң пар алма.
Төштәремә кереп һәр көн шулай
Таң атыуға китеп юғалма.

Өҙөлөптә төштө пар алмакай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өҙөлә бит инде үҙәккәйем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмағас.

Пар алмалай, пар алмалай ине,
Үҙ күҙҙәрем тине, күрәһең.
Пар алмалай татлы булып гелән,
Төштәремә кереп инәһең.

Өҙөлөптә төштө пар алмакай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өҙөлә бит инде үҙәккәйем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмағас.

Ямғыр яуа, һалҡын көҙҙәр етте
Көҙгө төҫтәр ерҙе тигеҙләр.
Төштәремдә күргән пар алманы
Баҡсаларҙа йөрөйөм эҙләп

Өҙөлөптә төштө пар алмакай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өҙөлә бит инде үҙәккәйем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмағас.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Пар алма" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен