ГлавнаяИсполнителиДанил Сулейманов (DANY)Момкин тугел
название:

Момкин тугел


автор:

Данил Сулейманов (DANY)


рейтинг: ★★★★★ / 5.5 / 1536 просмотров
Йөҙөп киләһең һин аҡҡош булып
Уйҙарымдың тулҡынында ҡабат.
Исемеңде генә әйтеү менән,
Иҫләү менән, үҫә ҡанат.
Яҙҙар кеүек һалҡындарҙы ҡыуҙың,
Наҙҙарыңдан һинең яндым баҙлап.
Һин үҙең бит мине үҙгәрттең дә,
«Был һин түгел!» – тиһең үҙең аҙаҡ.

Һин минеке тигәйнең дә
Төйөлгәнең йәштәреңә.
Бик һаҡ ҡына, наҙлап ҡына
Ҡағылғайным сәстәреңә.
Яндырырмын, яратырмын,
Оноттормам, ҡаратырмын, 
Онотам да ҡуям тигән
Уйҙарыңды таратырмын.

Тик яндырма ғына ҡанатымды,
Осор мине, осондор ҙа шулай.
Онот мине, тиеп тик ялынма,
Был мөмкин дә түгел, булмай...
Тик ҡалдырма мине үткәнеңдә,
Балҡып ҡына килер көндәрең ит!

Йөҙөп киләһең һин аҡҡош булып,
Хыялымды татлы өндәрең ит!
Һин минеке тигәйнең дә
Төйөлгәнең йәштәреңә.
Бик һаҡ ҡына, наҙлап ҡына
Ҡағылғайным сәстәреңә.
Яндырырмын, яратырмын,
Оноттормам, ҡаратырмын, 
Онотам да ҡуям тигән
Уйҙарыңды таратырмын.

Янырға ла өйрәтермен,
Уттай дөрләп, тулып хискә.
Мин Ай булһам, Ҡояшым бул,
Ауыр саҡта төшөп иҫкә.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Момкин тугел" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен