ГлавнаяИсполнителиНурия АбдуллинаНафсе дарьяларын буйламайыk
название:

Нафсе дарьяларын буйламайыk


автор:

Нурия Абдуллина


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1131 просмотр
Нәфсе даръяларын буйламайыҡ

"Ғүмер" тигән был төшөнсә
Бер һулыш ҡына икән,
Эсеп тә һыуһын ҡанмаҫлыҡ
Селтер генә шишмә икән.

Нәфсе даръяларын буйламайыҡ,
Һәммәбеҙгә өлөш бүленгән.
Кемдәр белә, яҙмыш тарафынан
Беҙгә күпме ғүмер бирелгән.

"Ғүмер" тигән был төшөнсә
Торғаны бизмән икән,
Йә шатлыҡҡа, йә ҡайғыға
Һала ла тора икән.

"Ғүмер" тигән был төшөнсә
Гел дауыл ғына икән,
Имәндәй ныҡ ирҙәрҙе лә
Ҡаҡшатып ҡуя икән.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Нафсе дарьяларын буйламайыk" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен