ГлавнаяИсполнителиФирүзә Париж"Атай-әсәй йорто" (Т.Ғәниева һүҙ.
название:

"Атай-әсәй йорто" (Т.Ғәниева һүҙ.


автор:

Фирүзә Париж


рейтинг: ★★★★★ / 5.3 / 1334 просмотра
Тыуған йортом алтын һарай түгел,
Юнып һалған атай ҡулдары.
Ошо йорттоң ошо тупһаһынан
Башландылар минең юлдарым.

Атай-әсәй йорто, көнкүрештәр
Шундай ябай, шундай яғымлы.
Ҡайтам әле, ҡайтам яндарына,
Ҡәҙерлеләремде һағынам.

Икмәк еҫе бөрккән тыуған йорттоң
Онотолмаҫ инде йәмдәре.
Күңел түрҙәремдә әсәй наҙы,
Ҡолағымда атай һүҙҙәре.

Тыуған йортто, зинһар, онотмайыҡ,
Тыуған тупһа нурлы ҡот һалыр.
Атай-әсәй доғалары беҙҙе
Бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарыр.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня ""Атай-әсәй йорто" (Т.Ғәниева һүҙ." ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен