ГлавнаяИсполнителиГаббасова Халима – Йаш йорэкЙаш йорэк
название:

Йаш йорэк


автор:

Габбасова Халима – Йаш йорэк


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 926 просмотров
Әле яңы ғына нурҙар һибеп 
Атҡан ине йәшлек таңдарым.
Ни арала ҡояш байышына
Кереп бара ғүмер юлдарым.

Үткән йылдар ҡайтмаҫтар барыбер,
Алдағыһы булһын ал да гөл.
Йөрәгем йәш, хыялым ҡанатлы,
Һис үҙгәрмәй икән был күңел.

Гел таң ғына булмай, ҡояш байый,
Алтын нурын һибеп, ҡыҙарып.
Алтын миҙгелдәрем әле минең,
Тик таңдарҙы ҡуям һағынып.

Йәш саҡтарҙа үтә барыһы ла,
Ә һуңынан терәк ныҡ кәрәк.
Йәшлек таңым йыраҡта ҡалһа ла,
Йәш шул әле һаман, йәш йөрәк.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Йаш йорэк" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен