ГлавнаяИсполнителиСветлана ХакимоваОсоп ҡайтам, әсәй! ( М Газетдинов муз. Л.Газетдинова һүҙ.)
название:

Осоп ҡайтам, әсәй! ( М Газетдинов муз. Л.Газетдинова һүҙ.)


автор:

Светлана Хакимова


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 941 просмотр
Осоп ҡайтам, әсәй
Әсәкәйем, һине күрһәм
Йәндәрем тыныслана.
Яндарыңда рәхәт йәнгә,
Йөрәккәйем шатлана.

Осоп ҡайтам яндарыңа,
Әсәй, яныңа ҡайтам.
Һинең наҙлы ҡосағыңда
һағыштарым тарала.

Беләм, әсәй, һин үҙең дә
Өҙөлөп һағынғанһың.
Көтә-көтә күҙ нурыңды,
Беләм бит, арығанһың.

Аҙға ғына ҡайтаһың тип,
Йә, инде асыуланма.
Оҙаҡламай ҡайтырмын мин,
Бер үк үҙеңде һаҡла.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Осоп ҡайтам, әсәй! ( М Газетдинов муз. Л.Газетдинова һүҙ.)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен