ГлавнаяИсполнителиИҙрис ҒәзиевМәңгелек мөхәббәт (Әсәйем күҙҙәре,
название:

Мәңгелек мөхәббәт (Әсәйем күҙҙәре,


автор:

Иҙрис Ғәзиев


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1434 просмотра
Мәңгелек мөхәббат - әсәйҙең күҙҙәре,
Йылдарға әйтелгән атайҙың һүҙҙәре.
Шуныһы үкенес: һуң ғына аңлайбыҙ
Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын.
Шуныһы үкенес: һуң ғына аңлайбыҙ,
Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын.

Еңел булмай яҙмыш: ул һыулы, кәртәле.
Тормош күперҙәрен үтәһе бар әле.
Тормош юлдарында янымда үҙҙәре -
Әсәйҙең күҙҙәре, атайҙың һүҙҙәре.

Ҡайҙа ғына ташлаһа үҙемде яҙмыштар,
Ҡартайтып, ашығып үтһә лә яҙ ҡоштар,
Һәр ваҡыт хәтерҙә, һаҡлармын үҙҙәрен,
Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Мәңгелек мөхәббәт (Әсәйем күҙҙәре," ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен