ГлавнаяИсполнителиФарида Газзалова и Искандер Газизов@"Онотма"
название:

"Онотма"


автор:

Фарида Газзалова и Искандер Газизов@


рейтинг: ★★★★★ / 4.6 / 631 просмотр
Онотма (Риф Арыҫланов муз.)
Ҡоштар булһам һинең яндарыңа
Барыр инем осоп, талпынып.
Йырлар инем мөхәббәт хаҡында,
Һайрар ҡоштар һымаҡ моңланып.

Һауаларҙа осҡан ҡоштар күрһәң,
Ал иҫеңә мине, онотма.
Миңә булған ҡайнар һөйөүеңде,
Бәғеркәйем, берүк онотма.

Көткәнеңде беләм, көтәһеңдер,
Беҙҙең һөйөү әле һүнмәгән.
Араларҙа йылдар ятһалар ҙа,
Беҙҙең ваҡыт әле үтмәгән.

Һине минең, мине һинең менән
Күрештерер күпер юҡтыр шул.
Бары ҡалған беҙҙең мөхәббәт -
Ул берҙән-бер алда ятҡан юл.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня ""Онотма"" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен