ГлавнаяИсполнителиТайсин ИльсурТормош
название:

Тормош


автор:

Тайсин Ильсур


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1352 просмотра
Рәүфә Нурмөхәмәтова көйө һәм шиғыры

Тормош тулҡындары бәрә-ҡаға,
Яҙмыш менән берҙәм тоташҡан.
Яҙғандарҙы күрмәй булмай икән,
Ғүмерҙәр тәҡдиргә тоташҡан.

Эй, ошо ҡатмарлы тормошто,
Өҙөлдөрә лә көйҙөрә.
Ҡайғыларҙан ҡойолһа ла йәшем,
Шатлығы күккә сөйҙөрә.

Күпме боролоштар, юғалтыуҙар,
Ауыр ғүмер юлын үтеүе.
Бейеклеккә осоп, йондоҙҙарҙы ҡосоп,
Бәхет ул донъяла йәшәүе.

Хоҙай һәр нәмәгә зикер ҡылған,
Йондоҙҙарҙың да бит үҙ эше.
Тормошон һөйөп, көн дә һөйөнөп,
Йәшәһен донъяла һәр кеше.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Тормош" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен