ГлавнаяИсполнителиНаиль ШаймардановҮтмәгеҙ йылдарым
название:

Үтмәгеҙ йылдарым


автор:

Наиль Шаймарданов


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1178 просмотров
(Нурлан Ғәниев - Наил Шәймәрҙәнов муз.)
Китмәгеҙ тип күпме үтенһәм дә, 
Бер-бер артлы үтә йылдарым.
Тыңламайҙар йөрәк ауазымды,
Ишетмәйҙәр һағыш йырҙарым.

Үтмәгеҙ йылдарым, үтмәгеҙ йылдарым,
Үтмәгеҙ, үтмәгеҙ йылдарым.
Ғүмерҙәр ҙә шулай үтәлер ул,
Әрнеүҙәрен һалып йөрәккә.
Бәхет-шатлыҡ, таҙалыҡ һәм байлыҡ
Бирһен Хоҙай киләсәктә.

Уҙҙы инде ғәмһеҙ бала сағым,
Ялан тәпәй йөрөгән саҡтарым.
Ул ваҡыттар кире ҡайтмаһа ла,
Йөрәгемдә мәңге һаҡлармын.

Уҙҙы инде һағынып көткән йәйҙәр,
Һары һағыш тулы көҙҙәрем.
Аҡты инде ҡар һыуҙары менән
Йыраҡтарға һалған эҙҙәрем.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Үтмәгеҙ йылдарым" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен