ГлавнаяИсполнителиИльфак СмаковҺин уныҡы хәҙер
название:

Һин уныҡы хәҙер


автор:

Ильфак Смаков


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1437 просмотров
Алик Лоҡманов көйө
Әнғәм Атнабаев шиғыры

Уның менән ҡултыҡлашып уҙҙың,
Һин уныҡы хәҙер, уныҡы...
Мин йылғаның хәҙер был ярында
Ә һин хәҙер теге ярҙыҡы.

Араларҙа тәрәнлектәр ята,
Һәм тулҡындар ята тау һымаҡ,
Таң алдынан күк томандар ята,
Күк томандар ята ау һымаҡ.

Тәрәнлектәр һәм тулҡындар аша
Йөҙөп сығыр инем - хаҡым юҡ,
Таң алдынан күк томандар аша
Һине ҡосор инем - хаҡым юҡ.

Осрағанда туҡтап һөйләшергә,
Танырға ла хатта хаҡым юҡ;
Араларҙа беҙҙең бер ҡасан да
Булмағандыр кеүек яҡынлыҡ.

Мин йылғаның хәҙер был ярында,
Ә һин уның теге ярында;
Ике яр бит тоташмаған кеүек
Уртаһында йылға барында.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һин уныҡы хәҙер" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен