ГлавнаяИсполнителиФАРИТ ЯКШИГУЛОВ _ЙАШЛЕККА КАЙТАМ АЛЕКой ФАРИТ ЯКШИГУЛОВ хуз РИФ ЙОЗЛЕКБАЕВ
название:

Кой ФАРИТ ЯКШИГУЛОВ хуз РИФ ЙОЗЛЕКБАЕВ


автор:

ФАРИТ ЯКШИГУЛОВ _ЙАШЛЕККА КАЙТАМ АЛЕ


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1144 просмотра
Фәрит Яҡшиғолов көйө
Риф Йөзлөкбаев шиғыры

Ҡыңғыраулы аттар егеп 
Үттек йәшлек йылдарын.
Һөйөлдөк тә, һөйҙөк тә беҙ
Беҙҙең заман ҡыҙҙарын.

Йүгән элеп, атҡа менеп,
Йәшлеккә ҡайтам әле.
Йөрәгемдә һин һаман да
Һөйәм яратам әле,
Йәшлеккә ҡайтам әле.

Күкрәк киреп, гармун тартып
Ҡыңғыраулы аттарҙа.
Ҡыҙҙар урлап төн уҙҙырҙы
Таралышҡан таңдарҙа.

Йүгән элеп, атҡа менеп,
Йәшлеккә ҡайтам әле.
Йөрәгемдә һин һаман да
Һөйәм яратам әле,
Йәшлеккә ҡайтам әле.

Саналағы пар аттарҙа,
Ап-аҡ ҡарға эҙ һалып.
Үткән йәшлек йылдарымдан
Уҙамын иҫкә алып.

Йүгән элеп, атҡа менеп,
Йәшлеккә ҡайтам әле.
Йөрәгемдә һин һаман да
Һөйәм яратам әле,
Йәшлеккә ҡайтам әле.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Кой ФАРИТ ЯКШИГУЛОВ хуз РИФ ЙОЗЛЕКБАЕВ" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен