ГлавнаяИсполнителиНеизвестенАҡмулла һүҙҙәренә ҡобайыр
TOP песен исполнителя
"Неизвестен"
    название:

    Аҡмулла һүҙҙәренә ҡобайыр


    автор:

    Неизвестен


    жанры: vkontakte
    рейтинг: ★★★★★ / 5 / 1047 просмотров
    Ризыҡ тигән әҙәмде ҡыймылдaтыр,
    Йейә торғaн ризҡын әҙәм йѳрѳп тaтыр.
    Мaңлaйынa xaҡ яҙгaнын күрмәй ҡaлмaй
    Кәрәк солтaн булһын, кәрәк имперaтор.
    
    Xоҙaйым ҡөҙрәтеңә ҡорҙом кәңәш
    Күкрәге һәр бәндәнең уйһыҙ эймәҫ.
    Күкрәге һәр бәндәнең aлтын һaндыҡ,
    Эcендә ниләр бaрын әҙәм белмәҫ.
    
    Әҙәмде әҙәм мaҡтaмaй , күрә aлмaһa,
    Aҡһаҡ эт ятып өрә, йөрөй aлмaһa.
    Ауыҙынa тупрaҡ тулып шундa туҡтaр,
    Ғaзрaил килеп эшен тамамлaһa.
    
    Яҡшыны ямaнлaуҙaн aты китмәҫ,
    Ямaн һүҙҙең йѳрәктән ҙaты китмәҫ.
    Сaф aлтынды нәжескә буяһаң дa ,
    Нәжес китәр aлтындын ҙaты китмәҫ
    
    Яманды түрә ҡылһаң, илен боҙар,
    Аҡылһыҙҙы үҫтерһәң, телен һуҙар.
    Түрә тимә, яман тимә, фиғелен ҡара
    Яман арғымаҡтан яман мәштәк уҙар.
    
    Ҡыйсыҡ уҡ aтҡaн белән туры китмәҫ,
    Ямaн һүҙҙең күңелдән xуры китмәҫ.
    Ҡоторғaн эт һауаға ҡaрaп ѳргән белән
    Aсмaндa торгaн aйҙың нуры китмәҫ
    
    Йыуһағыҙ бер төшкән кер бөтмәй ҡалмай,
    Ҡайраһаң кимтелгән ер үтмәй ҡалмай.
    Һәр бер аҫыл үҙ затына тарта икән
    Зат тейеп булат ҡылыс үтмәй ҡалмай
    
    Ҡушылмаҫ аҡ марлаға ҡара ҡабан,
    Ҡарамаҫ ғилем ҡәҙерен ҡара наҙан,
    Ҡара эт Пәйғәмбәргәлә абалаған,
    Этләрҙән ит ҡалған, юҡ таламаған.
    
    Яғалбай буяу менән тауис булмаҫ,
    Йүкәне майлау менән ҡайыш булмаҫ.
    Күк тимер ҡайрау менән алмас булмаҫ,
    Күк ишәк, юлдаш булып, моңдаш булмаҫ.
    
    Әҙәмгә ҡыйммәт нәрҫә күңел тигән,
    Күңеле боҙоҡ әҙәмдәң төңөл тигән.
    Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ булмаһа
    Күңелең таҙа ваҡыт ергә күмел тигән
    
    Икенсе ҡыйммәт нәрҫә аҡыл тигән,
    Аҡылһыҙға тәүфиҡ яғы таҡыр икән.
    Аҡылһыҙға дуҫ ҡылып ашың бирһән,
    Ул ашың таш булып ҡайтыр тигән
    
    Өсөнсе ҡыйммәт нәрҫә әҙәп тигән,
    Әҙәп тигән мөхәббәткә сәбәп тигән.
    Мөхәббәт әҙәпһеҙҙә тормағандай
    Аҡылдыр әҙәпһеҙҙә ғәжәп тигән.

    Послушать/Cкачать эту песню
    Mp3 320kbps на стороннем сайте
    Это интересно: Неизвестный исполнитель (англ. Unknown Executor, алб. Аффтар Пешы-Исчо, укр. Михайло Поплавський) — единственный во Вселенной всемирно неизвестный композитор (по другим сведениям, певец или вокально-инструментальный ансамбль), чьи музыкальные композиции разошлись по всему миру в миллиардах копий. Впервые имя Неизвестного Исполнителя прогремело на весь мир после выпуска дебютного... подробнее
    А как ты думаешь, о чем песня "Аҡмулла һүҙҙәренә ҡобайыр" ?
    2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен