ГлавнаяИсполнителиАзат Искужин һәм Гөлфиә ХәләфетдиноваПарлылар йыры
название:

Парлылар йыры


автор:

Азат Искужин һәм Гөлфиә Хәләфетдинова


рейтинг: ★★★★★ / 4.6 / 620 просмотров
ПАРЛЫЛАР ЙЫРЫ

Азат Исҡужин көйө
Мотал Рәмов шиғыры

Бәхет икән тормош юлын
Парлап үтеүе,
Етәкләшеп, ҡартлыҡтарға
Килеп етеүе.

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Киләсәккә өмөт биреп,
Үҫә балалар.
Ҡыуанырбыҙ, беҙгә улар
Терәк булһалар.

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Тик күгебеҙ аяҙ торһон,
Булмаһын һуғыш!
Йөрәккә ҡан һауҙырмаһын
Әрнеүле һағыш!

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Айҙар-йылдар артта ҡалыр,
Үҙгәрер заман.
Бары икәү бергә-бергә
Ҡалырбыҙ һаман.

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Парлылар йыры" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен