ГлавнаяИсполнителиАк йондозХунгы осрашыу
название:

Хунгы осрашыу


автор:

Ак йондоз


рейтинг: ★★★★★ / 5 / 1005 просмотров
ҺУҢҒЫ ОСРАШЫУ
Юлдар буйлап, уйҙар уйлап
Алыҫ китеп барғанда,
Көтмәгәндә осраштыҡ беҙ,
Йылдар уҙғас, бер таңда.

Күрешмәнек, һөйләшмәнек --
Поезд ҡуҙғалып китте.
Тик йөрәккә яҡын тауыш
Утлы ҡуҙ һалып китте!..

Мәңге ҡайтма, ҡабатланма
Тауышың ғына ҡалда.
Ғүмергә мин онотмамын,
Һағынырмын был таңды.

Хуш бул инде, хуш, һөйөклөм,
Хуш бул минең бәхетем.
Хуш, хыялым, хуш, өмөтөм,
Хуш, тәүге мөхәббәтем!..

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Хунгы осрашыу" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен