ГлавнаяИсполнителиГазим ильясовЯшьлегем тирэклэре
название:

Яшьлегем тирэклэре


автор:

Газим ильясов


рейтинг: ★★★★★ / 5.5 / 1482 просмотра
Ҡуш тирәккә ҡуш яулыҡтар бәйләнем 
мин,
Ҡуш шатлыҡтар булып елберләһен 
өсөн.
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Тирәктәргә башым эйҙем иртә-кисен.

Ҡуш тирәккә ҡара ҡайғы һалманым 
мин
Һәм түкмәнем күҙ йәштәре, булһа 
ҡыйын.
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип, 
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Һөйөү йыры йырланым мин һәр таң
һайын.

Ҡуш тирәктә ҡуш яулыҡтар уңды инде,
Тик уңманы һөйөү хисе йөрәктәрҙә.
Һаман ҡайтмай әйләнеп, тип, 
Һаман ҡайтмай әйләнеп, тип,
Елдәр булып һағыш йөрөй 
тирәктәрҙә.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Яшьлегем тирэклэре" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен