ГлавнаяИсполнителиДилә НиғмәтуллинаҠатын-ҡыҙ бәхете
название:

Ҡатын-ҡыҙ бәхете


автор:

Дилә Ниғмәтуллина


рейтинг: ★★★★★ / 5.6 / 1552 просмотра
1. Күпме кеше ғашиҡ кеүек
    Тирә яҡҡа күҙ һалһаң
    Яңғыҙың да ҡалыуың бар 
    Ул тиклем үк һайланһаң
Ҡушымта:
Кәрәк түгел  алтын, көмөш
Кәрәкмәй тәхете лә,
Насип ит мине хоҙайым 
Ҡатын-ҡыҙ бәхетенә.
Наҙлы һүҙгә мохтаж түгел 
Яңғыҙлыҡтан сыныҡмай
Эштә алған дәрәжәләр 
Һалҡын төндә йылытмай
2.Ҡарап-ҡараһаң донъя киң
   Ожмахтай торған ерең
   Әсәй тип торһа балалар
   Ҡатын тигәндә ирең
Ҡушымта:
3. Өйгә ҡайтыу ҡыҙыҡ түгел
   Көтөр кешең булмағас
   Матур булыу ниңә кәрәк 
   Ирең маҡтап тормағас

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ҡатын-ҡыҙ бәхете" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен