ГлавнаяИсполнителиФидан ҒафаровЙәшлегемә ҡайтып барам
название:

Йәшлегемә ҡайтып барам


автор:

Фидан Ғафаров


рейтинг: ★★★★★ / 5 / 966 просмотров
Йәшлегемә ҡайтып барам,
Мөхәббәтем янына.
Уйҙарымдың зәңгәренә,
Хыялымдың алына
Мөхәббәтем янына.

Ул оҙатып ҡалған ине,
Оло юлдың сатында .
Уттар яна туптар шартлай 
Ине шәфәҡ артында
Оло юлдың сатында.

Хушлашҡанда башын эйеп,
Аҡ күлдәкле ҡайындар.
Мөхәббәтем менән бергә
Аҡ юл теләп ҡалдылар.
Аҡ күлдәкле ҡайындар

Рәхмәт һиңә мөхәббәтем 
Үлемдәрҙән һаҡлааның.
Үлемдәрҙән һаҡланың да,
Тик үҙеңде тапманым.
Тик үҙеңде тапманым

Юл буйында ҡаршыланы 
Аҡ кңлдәкле ҡайындар.
Аҡ кңлдәкле ҡайындарҙа
Ҡара шәлле ҡайғы бар.
Аҡ күлдәкле ҡайыдар

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Йәшлегемә ҡайтып барам" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен