ГлавнаяИсполнителиАйсылу BabyТормош
название:

Тормош


автор:

Айсылу Baby


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 663 просмотра
Был тормош тип әйтерһегеҙ булырға тейеш бөтәһелә
Ысынлап та шулай донъя хәле белә көстө
Юҡ беҙҙә әммә кешелек аңла һәм тормош бит беҙҙең ҡулда
Һин уны төҙөйһең, бөтәһе һинән тора

Ҡаплама ҡулдарың менән үҙ хыялдарыңды
Бөгөндән башла, үткәрмә бушҡа ваҡытыңды
Ул көнө ихтилал, ләкин һуң булыр аңла уны
Һин уны төҙөйһең үткәрмә ваҡытыңды

Беҙҙең ғүмер ул киң күңелле сәйәхәт 
Һәйбәт йәшәгең килһә, яратһаң, донъя әкиәт
Әкиәт имтиханын үтерһең Алла бирһә
Төшөнһәң ярҙам ит, башҡаларға күптәрҙе күргең килһә

Һәр яңы сабый тыуыуы яңы һауа алып килә
Ул тауҙар артында балҡыған болоттар ситкә китә
Ул эҫе ҡоро йәйге ямғыр тамсыларын һибә
Матур ғүмер биргән өсөн рәхмәт атай-әсәйемә

Күңелемә һис-тойғо һалды тыуған-яҡ тәбиғәте
Йөрәгемә иҫте осҡон бөркә ғәйлә мөхәббәте
Илһамдар-дарман яна миндә әйтерһең ҡыҙыу усаҡ
Йылмайыу китмәй минең йөҙөмдән һәм һәр саҡ буласаҡ

Алсаҡ йөҙлө булыу килешә миңә
Түгел үсегергә бөтә донъяға
Аҡ-ҡара, ҡара көндәр булһала 
Сағыу бала-саҡ һәр көн яңы ишек тормошонда буласаҡ

припев

Беҙгә Алла һәр беребеҙгә ғүмер бүләк иткән
Ул тиҙ үтә ҡартлыҡ тиҙ килеп етә
Кемдер ғәйләһен ашатам тип эшләй баш эймәй
Кемгәлер хата эйгәндәр күреү бәхете теймәй

Минең йәшем еткәс артыма әйләнеп ҡарайым
Әлбиттә үкенеүҙәр бар күпме көндәр һанайым
Әммә алда уңыштар бар, йәшәйем бит ышанам
Дуҫтарым бөтә донъя бирә миңә илһам

Яратам һине донъя тип ҡысҡырығыҙ күмәкләп
Йәшәгән еребеҙҙе матур итербеҙ күмәкләп
Һинең ҡулдарың алтын һинең йөрәгең изге
Яратам һине яратҡан кеүек тирә-яҡ беҙҙе

Иҫлә был йәшәгән ваҡыт 5 минут кеүек үтеп китер
Беҙ дөрөҫ йөшәһәк ожмах һине көтөр
Ҡыйынлыҡтар бар үтерһең уны йылмайып
Дуҫтар һәр саҡ эргәлә йәшәйек ҡул тотоноп

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Тормош" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен