ГлавнаяИсполнителиГиззатуллин РустамTUGAN KON MINUS
название:

TUGAN KON MINUS


автор:

Гиззатуллин Рустам


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1395 просмотров
ТЫУҒАН КӨН.

Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән,
Килеп торһон алда көткәне.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типҺен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.

Ҡушымта:
Тыуған көнөң менән,һине мин ҡотлайым,
Бәхет шатлыҡтар килтерһен ул тыуған көн
Ҡотлайым һине, тыуған көнөң менән,
Тыуған көнөң менән ҡотлайым.
(2 тапҡыр).

Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Шатлыҡтарҙан торһон ғүмерең.
Бәхет ҡыуаныстар юлдаш булһын,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.

Ҡушымта:
Тыуған көнөң менән,һине мин ҡотлайым,
Бәхет шатлыҡтар килтерһен ул тыуған көн
Ҡотлайым һине, тыуған көнөң менән,
Тыуған көнөң менән ҡотлайым.
(2 тапҡыр).

Ҡушымта:
(3 тапҡыр).
Тыуған көнөң менән ҡотлайым.
Тыуған көнөң менән ҡотлайым.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "TUGAN KON MINUS" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен