ГлавнаяИсполнителиБүреләрКөрәш йәшәү хаҡына
название:

Көрәш йәшәү хаҡына


автор:

Бүреләр


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 901 просмотр
Айырылһа ла беҙҙең юлдар,
              
Ҡар аҫтында ҡалмаҫ улар.
       
Ҡаш һикертә беҙгә яҙмыш,
 
Ә күҙҙәре тулы һағыш.

Юғалтырға мине һин ашыҡма,
Ышанысты тоғро һаҡла.
Сәсрәтһәң дә тирә яҡҡа нәфрәтеңде,
Һин йәшермә хистәреңде.

припев:
                                    
Башыңды юғалтып, һин, йәнем, шашынма,
                                                
Бар ғәләмгә ҡул һелтәп, сыҡ минең ҡаршыма.
                                          
Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла аяk аҫтына,
                                          
Бөтәһенә үс итеп, көрәш йәшәү хаҡына.

Китер булһаң да был донъянан,
Башлармын тип тормошто һин яңынан,
Хәтирәләр яндырыр йөрәгеңде,
Тешләр булһаң да һин терһәгеңде.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Көрәш йәшәү хаҡына" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен