ГлавнаяИсполнителиМиңзәлә ЯхинаАшыҡма йәнем
название:

Ашыҡма йәнем


автор:

Миңзәлә Яхина


рейтинг: ★★★★★ / 5.5 / 1514 просмотров
1. Кемдең генә тейҙе күҙе,
      Әллә яман дошман һүҙе,
      Нурһыҙланды нурлы ҡарашың.
Һалҡын боҙҙай осло һүҙҙәр
Йөрәгемде йәлләмәйҙәр
Тигеҙ һуҡмағыбыҙ-аҙашты.

Припев.
Юғалма минең яҙмышымдан.
Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған.
Үкенеп иларлыҡ булмаһын.
Ашыҡмасы йәнем, зинһар уйлан.

2.Ниндәй әсе елдәр иҫте
   Өшөттөрөп күңелеңде.
   Зәһәр елдән һаҡлай алманым.
Тик бул йәнем, үҙең көслө.
Тормош бит ул шулай үсле.
Парлы ҡанаттарың һынмаһын.

3.Иләҫ-миләҫ елдәр иҫһә.
    Ят йөрәктән йылы килһә
    Хәтерлә һин әйткән һүҙемде.
Устарыңда минең йөрәк
Мәңгелеккә булам терәк
Ташлап китмә мине үҙемде.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ашыҡма йәнем" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен