ГлавнаяИсполнителиAlfiya YulsurinaAlfiya Yulsurina - Ultir ale, asay, yandarima
название:

Alfiya Yulsurina - Ultir ale, asay, yandarima


автор:

Alfiya Yulsurina


рейтинг: ★★★★★ / 5.5 / 1539 просмотров
Нурия Абдуллина көйө һәм шығыры

Туктап ҡалдым тормош юлдарымда,
Ултыр әле, әсәй, яндарыма.
Ҡайгыларға нисек сыҙайым,
Серҙәремне кемгә һөйләйем.

"Тормош булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"

Кәңәшеңде тотам, әсәйем,
Сабыр итә-итә йәшәйем,
Тиҡ шулай ҙа минең сәстәремә
Йылдар инде ап-аҡ ҡарҙарын һибә.

"Тормош булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"

Ҡыҙым инде үҫеп буйҙар етте,
Тормош үҙәненән атлап китте.
Улда миңә шулай килерме:
"Кәңәш бирсе, әсәй!" — тиерме?

"Тормош булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Alfiya Yulsurina - Ultir ale, asay, yandarima" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен