ГлавнаяИсполнителиРозалиЯ ШарафутдиноваХин генэ
название:

Хин генэ


автор:

РозалиЯ Шарафутдинова


рейтинг: ★★★★★ / 4.8 / 841 просмотр
Күңелдең сәскә атҡан сағында
Юлдарымда һине осраттым
Йөрәгемде тартып алдың  минең 
Башымды бөтөнләй юғалттым.
Һинең күҙҙәреңә тулған нурҙар
Тауышың күңелемде арбай
Тик һине күргәндә ниңәлер
Юғалам һүҙҙәр таба алмай.

Төштәремдә һине генә күрәм.
Һин  һәр саҡ минең уйҙарымда
Күҙ йәшемде һинән мин йәшерәм
Беҙ бергә гел хыялдарымда.

 Күҙҙәрем яна һине күргәндә 
Күңелем ап аҡ нурҙар тула
Һөйөү һүҙҙәре әҙер күптән
Тик улар әйтелмәй ҡала
Хистәремде минең аңламайһың
Йылмайып ҡарайһың үҙемә
Йөрәгеңә асҡыстар табырмын
Барыбер булырһың үҙемә!

пв  4 Р.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Хин генэ" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен