ГлавнаяИсполнителиФәрүәз УрманшинАт эсерәм йылыуҙан (Р.Ғарипов һүҙ)
название:

Ат эсерәм йылыуҙан (Р.Ғарипов һүҙ)


автор:

Фәрүәз Урманшин


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 707 просмотров
Ат эсерәм йылыуҙан,
Күҙ алмайым һылыуҙан,
Һыҙғырып та ебәрәм,
Әллә йөрәк ярһыуҙан.

Их, һыуға барыуҙарың,
Һыу һирпеп алыуҙарың,
Тик һүндермәй һыуҙарың
Йөрәгем ярһыуҙарын.

Һыҙылып таңдар атҡанда,
Һыуҙар алып ҡайтҡанда,
Түгелмәне һыуҙарың —
Түгелде күҙ нурҙарың,
Түгелде күңелемә
Һыу ташымай, ут ташыйһың –
Әллә еңелме миңә?

Ал таңдың атыуҙары,
Аҡ томан ятыуҙары,
Ат эсереп, һыу күтәреп,
Аһ, бергә ҡайтыуҙары!..

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ат эсерәм йылыуҙан (Р.Ғарипов һүҙ)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен