ГлавнаяИсполнителиИрек НугмановҠайындар араһында
название:

Ҡайындар араһында


автор:

Ирек Нугманов


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1133 просмотра
Аҡ ҡайындар араһына,
Аҡ ҡайындар янына
Кереп киттең һин йүгереп,
Эй ҡағына-ҡағына.

Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең,
Һин аҡлыҡҡа күмелдең.
Күҙҙәремә һин үҙең дә
Ҡайын булып күрендең.

Ҡайындар менән шаярып,
Ҡыуышып уйнанығыҙ.
Ахырыһы, мине бөтөнләй
Күрмәй, тип уйланығыҙ.

Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин - 
Айыра алмай тик торам...
Яңылыш ҡайынды ҡосҡанмын,
Мин уны һин тип торам.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ҡайындар араһында" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен