ГлавнаяИсполнителиНеизвестенҺуңғы күкрәү.
название:

Һуңғы күкрәү.


автор:

Неизвестен


рейтинг: ★★★★★ / 5 / 961 просмотр
Һуңғы күкрәү.

Мин ҡәләмдәр һындырам, буяп ҡағыҙ биттәрен,
Йөрәктәге ут һүнһә, әйтсе нимәләр эшләрмен?
Белмәйем нисек йәшәрмен - яңғыраһа һуңғы күкрәү,
Илһам ҡош осоп килеп - тапмаһа күңелдә утрау.

Усаҡтарҙа ҡалһа күмер, күҙҙәрҙә булмаһа ялҡын,
Нимәләр йөрәктә ҡалыр - бары бушлыҡ һәмдә һалҡын.
Ә әлегә ағым талғын, уйҙарым ҡағыҙ битенә,
Ишетәһең мине бро - мин әҙер тугел китергә.

Башлағас булыр дауамы, һуңғы туҡталыш йыраҡта.
Әсә телендә көндәлек - бөтәһе хисле йөрәктән.
Тормош үҙенсә өйрәтә - һәр бер көнөң имтихан,
Һэр нәмә өсөн яуапты һин алырһың аҙактан.

Бында яуған ямғырҙар тәбиғэттә генә түгел,
Һэр бер тамсыны ҡәҙерләп - ҡабул итә ҡүңел.
Ижад өсөн һин бел - егеттәр  йәш түкмәй,
Һуңғы күкрәү сират боҙма еңеу кемгәлер кәрәкмәй...

“Икенсе” өсөн  дошман  - алыҫ каланан әкиәт
Мин беләм булмаҫ дауамы - һүҙең ултерә мөхәббәт.
Тәрилкәләр йыя бушҡа, айырмай уң һәм һул ярҙы
Яуапты эҙлә үҙеңдә ташламай ситкә был йырҙы.

Яңғыҙҙан әңгәмә ситкә - моңһоуҙарҙа тик  ҡәғиҙә,
Йөрәктән ағылған хистәр бушка яҙылмаҫ ҡағыҙға.
Оса тапҡан табышың, беҙҙәндә көтәләр күктә......
Күкрәрһең әле йәш саҡта һуңғыһын көтә көтә......

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һуңғы күкрәү." ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен