ГлавнаяИсполнителиЭльза ЮлдашбаеваХаталарды вакыт гафу итмэй (З.Нагаева)
название:

Хаталарды вакыт гафу итмэй (З.Нагаева)


автор:

Эльза Юлдашбаева


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1437 просмотров
Хаталарҙы ваҡыт ғәфү итмәй.
Бутағандар көндәр менән төндәрҙе,
Һындырмай икән был тормош кемдәрҙе,
Үҙе йығылған иламай, тиҙәрме,
Барына ла бирмәй яҙмыш тиңдәрҙе.

Үкенһәң дә, әрнеһәң дә һуңынан,
Үҙгәртеп ҡороуҙар ауыр яңынан.
Көтмәй көтөп тормай ваҡыт, көтмәй шул,
Хаталарҙы ваҡыт ғәфү итмәй шул.

Ҡабаланып эҫе ашҡа бешеүҙәр ҙә,
Кисеп сығалмаҫлыҡ хәлгә төшөүҙәр ҙә,
Үҙ-үҙеңде табалмаған саҡтар була,
Яҡлар тигәндәрең ҡабат яттар була.

Ҡәҙерһеҙгә таратыуҙар хистәреңде,
Был һағыштар күпме булды, етәр инде,
Тиеп кенә йәштәр ... бер ни бирмәй,
Яҙмыш ҡарар ҡылған ваҡыт кире килмәй.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Хаталарды вакыт гафу итмэй (З.Нагаева)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен