ГлавнаяИсполнители"Тамыр" студияһыӘсәй бәпес алып ҡайт
название:

Әсәй бәпес алып ҡайт


автор:

"Тамыр" студияһы


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1243 просмотра
Әсәй бәпес алып ҡайт.

1. Айыу, ҡуяндар ялҡытты,
    Бөтә ҡурсаҡтар уйнап.
    Әсәй инде, ҙур үҫтеп бит,
    Миңә туған алып ҡайт.

              Ҡушымта:
              Ваҡытым юҡ шаярырға,
              Хатта уйнап алырға.
              Больницаға бара әсәй
              Бәпес һатып алырға,их.
              Бәләкәс кенә бәпесте,
              Һатып алырға.
              Бәләкәс кенә бәпесте,
              Һатып алырға.

2. Мин әсәйгә, ҡыҙ ал, тинем,
    Ә атайым, малай, ти.
    Өләсәйем, ҡаңғыртмағыҙ,
    Кем булһа ла ярай, ти.

3. Ҡыҙыҡтырмай яңы китап,
    Үҙенә тартмай урам.
    Мин бит бына, бына ғына,
    Апай булырға торам.

4. Уйынсыҡтар һәм ҡурсаҡтар,
    Ятып торһон хәҙергә.
    Мин уларҙы уйнатырмын
    Туғаным менән бергә.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Әсәй бәпес алып ҡайт" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен