ГлавнаяИсполнителиЕтегәнБер алманы бишкә бүләйек
название:

Бер алманы бишкә бүләйек


автор:

Етегән


рейтинг: ★★★★★ / 4.6 / 625 просмотров
1.  Арҡаларҙан арпа урайыҡ,
Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.
2. Һөйләгәндәр, әй һөйләһен,
Ишетмәгән кеше булайыҡ,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Был донъяның ҡәҙерен беләйек.
3. Түңәрәк тә, һай, ҙур ялан,
Ат уйнатам тиһәң, тау яман,
Ел  елләмәй ҡурай һелкенмәй,
Ел  елләмәй ҡурай һелкенмәй,
Бер йырламай йөрәк елкенмәй.
4.  Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Был донъяның ҡәзерен беләйек
Был донъяның ҡәзерен беләйек.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Бер алманы бишкә бүләйек" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен