ГлавнаяИсполнителиА.Б.Хаттар яҙам. Ысын барлыҡ булған хәл...
название:

Хаттар яҙам. Ысын барлыҡ булған хәл...


автор:

А.Б.


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1354 просмотра
Хаттар яҙам

Хаттар яҙам һиңә бына тағын,
Уҡырһыңмы, йәки утҡа яғырһың.
Ә мин һаман өмөтләнеп,
Яуап көтөп күккә бағырмын.

Өшөткәндә ошо ҡышҡы көндәр,
Яңғыҙлыҡтан алйыр сиккә еткәндә.
Ә кистәрен тағы хаттар яҙам,
Күпме айҙар яуап көткәнгә.

Етһәләр ҙә һиңә ошо йөрәк һүҙҙәре,
Һин икенсе инде, мине оноттоң.
Иҫләйһеңме һылыу апрель көнөн,
Йөрәгемде минең ҡанаттың.

Был һаман да ҡайғыра, онот тиҙәр,
Онотайым инде нисек - яратҡас.
Төндәр буйы йәнә йоҡо алмай,
Күҙҙәр йомам бары таң атҡас.

Үткән саҡта яңғыҙ урамдарҙан,
Әйтерһең дә һин дә минең эргәлә.
Иҫләйһеңме төнөн йондоҙ һанағанды, 
Ҡорған саҡта хыял бергәләп.

Һин бит мәңге минең йөрәгемдә,
Йылдар үтер, һөйөү тик һүнмәҫ.
Һин булмағас, донъя матурлығын,
Минең күҙҙәр инде һис күрмәҫ.

Ә мин һаман һине яратамын,
Төштәремдә күреп йәнә һаташам.
Ҡайтмаҫыңды беләм, ләкин
Өмөтләнеп йәшәп маташам.

Күҙ алдында һинең йылмайыуың,
"Ҡояшым" тип һиңә әйтеүем.
Һинеңсә ул бәхет нимә тиһең,
Миңә һинең кире ҡайтыуың...
Р.Н

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Хаттар яҙам. Ысын барлыҡ булған хәл..." ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен