ГлавнаяИсполнителиРадик ЮльякшинОнота алмам
название:

Онота алмам


автор:

Радик Юльякшин


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1446 просмотров
Һин ҡояшым, һин йондоҙом,
Һин шатлығым булғанһың бит
Хәҙер генә мин аңланым 
Бәхетемә тыуғанһың бит
Ниңә йыраҡлаштың һуң хин
Ниңә өҙөлдө аралар 
Яуапһыҙ ҡала шул был һорауҙар 

Мин бит һине бер ҡасан 
Онота алмам, онота алмам 
Йылмайыуың, көлөүең 
Хәтерҙә ҡалған, күңелдә ҡалған 
Мин бит һине бер ҡасан 
Онота алмам, онота алмам 
Йылмайыуың, көлөүең 
Хәтерҙә ҡалған, күңелдә ҡалған 

Һин йөрәктә, һин күңелдә,
Һин сыҡмайһың уйҙарымдан
Үпкәләттем микән әллә 
Ниңэ киттең яндарымдан 
Ҡояшым һин ҡайҙа булдың 
Күҙ алдымдан һин юғалдың 
Билдәһеҙлектә тороп ҡалдым

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Онота алмам" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен