ГлавнаяИсполнителиАлтынай ЮнусоваКобайыр
название:

Кобайыр


автор:

Алтынай Юнусова


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1355 просмотров
Илгенәм
Майҙандарҙың була аҙағы
Бата әйтеү йола талабы
Изге тәләк һүҙҙең аҙағы.
Бата теләк һүҙҙең бабаһы.
Показать полностью..
Ай, илгенәм, ғәзиз, илгенәм
Илгенәм һин нәҙекәй билгенәм.
Тере генә булһын телкәйем,
Талғын ғына иҫһен елкәйем.
Башҡортостан тигән илем бар,
Ерең, һыуың, телең һинең бар.
Ҡоромаҫ милләт ағасың бар,
Батырҙарың, матурҙарың бар.
Ай, илгенәм, ғәзиз, илгенәм
Илгенәм һин нәҙекәй билгенәм.
Тере генә булһын телкәйем,
Талғын ғына иҫһен елкәйем.
Сәләм әйтә һиңә Уралтау,
Сәләм әйтә Иҙел һәм Алтай.
Бар донъянан килгән халыҡтар
Йәшә тиҙәр мәңге башҡортттар.
Илем тиһәм яңырыр атым,
Ерем тиһәм ҡайтыр ҙур ҡотом.
Оран һалам һиңә башҡортом,
Аҡбуҙатҡа атлан башҡортом.
Амин.
Халҡына таянған етәксе
Ил һаҡлаған көслө көрәшсе.
Ил минең ышаныслы ҡулда,
Яҡшы киләсәк көтә алда.
Ил яҙмышын һәр ваҡыт яҡлар.
Халҡым менән гел бергә атлар.
Ә халҡым ил ҙур таянысы.
Тыныс тормош һинең булмышың.
Ай, илгенәм, ғәзиз, илгенәм
Илгенәм һин нәҙекәй билгенәм.
Тере генә булһын телкәйем,
Талғын ғына иҫһен елкәйем.
Илгенәм.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Кобайыр" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен