ГлавнаяИсполнителиИлСафИң бәхетле көнөгөҙ
название:

Иң бәхетле көнөгөҙ


автор:

ИлСаф


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1355 просмотров
Иң бәхетле көнөгөҙ

1. Бөгөн һеҙҙең иң бәхетле,
    Иң бәхетле көнөгөҙ,
    Матур булһын күңелегеҙ,
    Тәмле булһын телегеҙ.

             Ҡушымта:
             Гөрләтеп, әйҙә, туйлағыҙ,
             Туйҙың кәмен ҡуймағыҙ,
             Тик башығыҙҙы юймағыҙ,
             Яратышып туймағыҙ.

2. Яратыпҡына йәшәгеҙ
    Берегеҙҙе берегеҙ.
    Хоҙай биргән мөхәббәттең
    Ҡәҙерҙәрен белегеҙ.

3. Барыбыҙ ҙа һоҡланырлыҡ
    Матур оя ҡороғоҙ.
    Матур йылы ояғыҙҙа
    Татыу ғына тороғоҙ.

4. Туйғансы бейеп ҡалығыҙ,
    Туғансы йрлашығыҙ.
    Бәхетле ҡартлыҡҡа илтһен
    Бөгөнгө юл башығыҙ.

5. Йәш саҡтарҙың уҙғанын да
    Һиҙмәй ҡалырһығыҙ әле.
    Туйығыҙҙы һағынып та
    Иҫкә алырһығыҙ әле.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Иң бәхетле көнөгөҙ" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен