ГлавнаяИсполнителиАйҙар ҒәлимовҺин минең йәнемдең яртыһы
название:

Һин минең йәнемдең яртыһы


автор:

Айҙар Ғәлимов


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 897 просмотров
Һин минең йәнемдең яртыһы

1. Һин – минең йәнемдең яртыһы,
    Йәшәйһең йөрәгем түрендә,
    Нур һибеп бараһың юлыма
    Балҡыйһың күңелем күгендә.

             Ҡушымта:
             Мин һине ғүмерем буйына
             Ышыҡлап барырмын елдәрҙән.
             Өҙөлһә бараһы юлдарың –
             Үрермен мин күпер гөлдәрҙән.

2. Беҙ икәү – айырылмаҫ пар ҡанат
    Бер кем дә керә алмаҫ араға.
    Хәсрәтте бүлербеҙ икегә,
    Сит – яттар тоҙ һалһа яраға.

3. Донъя был... Бармай ул гел тигеҙ,
    Шатлыҡ бар тормошта, ҡайғы бар.
    Ал ҡояш булып мин балҡырмын,
    Күгеңде ҡаплаһа болоттар.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һин минең йәнемдең яртыһы" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен