ГлавнаяИсполнителиАзамат ТимеровАтайыма
название:

Атайыма


автор:

Азамат Тимеров


рейтинг: ★★★★★ / 4.6 / 595 просмотров
Атаҡайым тышта ҡарҙар көрәй,
Ауыр һелтәп еңел көрәген.
Йыш-йыш туҡтап юлға ҡарап ала -
Кемдәрҙелер көтә, күрәһең...

Көтәлер шул, ә бит был һуҡмаҡтан
Беҙ, биш бала, сығып киткәнбеҙ.
Көткәнеңде белеп яндарыңа
Ҡайтып төшһә икән бөтәбеҙ.

Ҡунаҡ ҡына булып ҡайтыуҙарҙы
һиҙәлер шул атай йөрәге:
Моңһоуланып бара ҡараштары,
Һүлпәнәйә бара көрәге.

Ә атайым hаман ҡарҙар көрәй,
Һаҡланмай ҙа ҡышҡы һалҡындан.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Атайыма" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен