ГлавнаяИсполнителиЗарипов Р. һәм Һағынбаева А.Әсе, әсе (Туйға)
название:

Әсе, әсе (Туйға)


автор:

Зарипов Р. һәм Һағынбаева А.


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1121 просмотр
1-се.
Бер кемдәргә бирмәм, ташламамын тиеп
Ҡулдарыма алдым мин һине.
Һин минеке инең, мин һинеке инең,
Был көн ине беҙҙең туй көнө.

Ҡушымта:
Әсе, әсе тейҙәр, беләм ни теләйҙәр,
Осрашалар татлы ирендәр.
Берәү, икәү өсәү, барыһы һуң нисәү,
Эх минуттар, мәңге түгелдәр.

2-се.
Туй күлдәге кейҙең, һин бит аҡҡош тинем,
Иңдәреңә ҡанат ҡуйҙым мин.
Һинең менән генә, үҙ үҙемде ерҙә,
Иң бәхетле итеп тойҙом мин..

3-сө
Зәңгәр күлдә йөрөгән, пар аҡҡоштар кеүек,
Бәхет күлдәрендә йөҙәйек.
Пар ҡоштарҙай һайрап, туй көнөләй һайрап,
Уҙһын ине беҙҙең ғүмерҙәр.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Әсе, әсе (Туйға)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен