ГлавнаяИсполнителиНеизвестенАҡты ташып, акты ярһып ҡар һыуҙары
название:

Аҡты ташып, акты ярһып ҡар һыуҙары


автор:

Неизвестен


рейтинг: ★★★★★ / 5.6 / 1570 просмотров
Аҡты ташып, акты ярһып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,
Аҡты илап икәу бергә һалған эҙҙәр...

Һин - ғүмер ағыштарым,
Һин - минең һағыштарым,
Һин - минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу-табыштарым,
Һин - минең һағыштарым.

Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға.
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.  
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.

Һин - ғүмер ағыштарым,
Һин - минең һағыштарым,
Һин - минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу-табыштарым,
Һин - минең һағыштарым.

Бына  инде тағын ергә ҡарҙар яуа,
Бөтә нәмә ҡалған төҫлө ҡар аҫтында.
Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға.
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.

Һин - ғүмер ағыштарым,
Һин - минең һағыштарым,
Һин - минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу-табыштарым,
Һин - минең һағыштарым

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Аҡты ташып, акты ярһып ҡар һыуҙары" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен