ГлавнаяИсполнителиРита ВахитоваӘйтергә микән
название:

Әйтергә микән


автор:

Рита Вахитова


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 732 просмотра
Нисә йыл буйы мин инде моңло,
Бер сер йөрөтәм йөрәк түрендә.
Ялҡын усағы күкрәккәйемдә,
Шул инде хәҙер йыр булып сыға.

Әйтергә микән, әйтмәҫкә микән,
Һине яратам, һине яратам!
Әйтергә микән, әйтмәҫкә микән,
Һине яратам, һине яратам!

Һин йөр(ө)гән юлдан моңланып үтәм,
Ҡабатлай йөрәк — кәрәкмәй бүтән.
Нисә мәртәбә ҡаршыма килдең,
Тик ҡаушап ҡалдым тулҡынланыуҙан.

Әйтергә микән, әйтмәҫкә микән,
Һине яратам, һине яратам!
Әйтергә микән, әйтмәҫкә микән,
Һине яратам, һине яратам!

Алһыу йәшлектең, матур йәшлектең
Аҙағы бары ҡауышыу булһын.
Бәхетле тормош гел балҡып торһон,
Мәңгелек булһын, йырҙарым ҡалһын.

Әйтергә микән, әйтмәҫкә микән,
Һине яратам, һине яратам!
Әйтергә микән, әйтмәҫкә микән,
Һине яратам, һине яратам!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Әйтергә микән" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен