ГлавнаяИсполнителиРиф Бикбаев, Гузалия МинлебаеваХундерма кук нурын. Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре
название:

Хундерма кук нурын. Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре


автор:

Риф Бикбаев, Гузалия Минлебаева


рейтинг: ★★★★★ / 5 / 999 просмотров
Һүндермә күк нурын

Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре

Ҡошсоҡтай талпынып йәшәнем,
Алиһәм мин һине эҙләнем.
Йөрәгем һөйөүҙән яралы,
Саҡ ҡына ҡанһырап үлмәнем.

      Хоҙайым – һин ҡөҙрәт эйәһе,
      Үлептәй һөйөүҙән арала.
      Йәнгенәм өҙөлә әрнеүҙән,
      Өҙмәсе бәғерем – дауала.

Талсыҡҡан тәнемә бир һиллек, –  
Тик шуны һорайым үтенеп.
Ут кеүек яныуҙар кәрәкмәй,
Бик ауыр йәшәүе үртәлеп.

Мөхәббәт ялҡыны аяуһыҙ – 
Көйҙөрҙө тормошом сырағын.
Үтенеп һорайым , Илаһым,
Һүндермә һин беҙгә күк нурын.

Был ерҙә, күрәһең, бәхет юҡ,
Юҡ әмәл һис кенә ҡауышыр.
Өҙмәйем өмөтөм барыбер,
Йәнебеҙ йыһанда табышыр.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Хундерма кук нурын. Сәлимйән Бәҙретдинов һүҙҙәре" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен