ГлавнаяИсполнителиСагидулла БайегетУйнасын курайкайым (Лилиә Һаҡмар шиғыры, С.Низаметдинов көйө)
название:

Уйнасын курайкайым (Лилиә Һаҡмар шиғыры, С.Низаметдинов көйө)


автор:

Сагидулла Байегет


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 669 просмотров
УЙНАҺЫН  ҠУРАЙҠАЙЫМ!
Л.Һаҡмар шиғыры С.Низаметдинов көйө

Урманым бар, булғаным бар
Хистәрем ҡосағында,
Һалҡын ялҡын эскәнем бар
Шишмәләр усағынан.

Ҡушымта:
Уйнаһын ғына ҡурайым,
Тынмаһын тыуған телем!

Хыялымда Ерҙе ташлап,
Йондоҙға осҡанымда
Һағышымдан йондоҙ иреп,
Яуҙы ергә ямғыр, ҡар...

Ҡушымта.

Йыр саҡыра, моң саҡыра,
Тимәк мин әле тере.
Күктә ҡанаттарым тала,
Утрауым -- башҡорт ере.

Ҡушымта.

Ситтә йөрөгән саҡта ла
Үҙ моңом ишетелә,
Тимәк мин әле тирбәләм
Үҙ халҡым бишегендә.

Ҡушымта.

Ер шарында тик бер генә
Ҡәҙерле халҡым минең,
Шишмәләр йырлар илем,
Еркәйем, ғәзиз ерем!

Ҡушымта.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Уйнасын курайкайым (Лилиә Һаҡмар шиғыры, С.Низаметдинов көйө)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен