ГлавнаяИсполнителиФидан ГафаровҺин ҡайҙа, мин шунда... (Заһир һәм Галия йыры) (минус)
название:

Һин ҡайҙа, мин шунда... (Заһир һәм Галия йыры) (минус)


автор:

Фидан Гафаров


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 901 просмотр
Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Осрашҡандар көндәр төн менән.
Был донъяны белгәнемдән алып,
Һинең барлығыңды мин беләм.

Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм.

Ғәлиә:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Йөрәгемә ҡунды ялҡыны.
Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ
Һөйөү булғандыр ул, ахыры.

Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым,
Йыраҡтан эҙләгән яҡыным.
Йөрәктә ҡабынған ялҡыным,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым.

Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Ғүмерҙәре янып юғала.

Галия:
Ә мөхәббәт ғүмерҙәрҙән оҙон,
Мәңге яна, мәңге йырлана.

Заһир, Ғәлиә бергә:
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм. /Заһирым/.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һин ҡайҙа, мин шунда... (Заһир һәм Галия йыры) (минус)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен